Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2020!


Башҡортостан Республикаһы мәғәриф һәм фән министырлығы һәм Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ярҙамында 2020 йылдың 25 апрелендә Халыҡ-ара мәғрифәтселек акцияһы барышында “Халыҡ-ара башҡорт теленән диктант” үтәсәк. Илдә һәм донъяла эпидемиалогик хәлдең киҫкен булыуы арҡаһында быйыл диктант беренсе тапҡыр тулыһынса онлайн-форматта  үткәреләсәк. Акцияла ҡатнашыр өсөн сараның төп сайтында алдан уҡ теркәлеп ҡуйыр кәрәк https://bashkdictant.ru/. 25 апрель сәғәт 11.00 (Өфө ваҡыты менән) БСТ каналында, шулай уҡ https://bashkdictant.ru/  рәсми сайтында, “Бәйлйнештә” (“ВКонтакте”), Instagram социаль селтәрҙәрендә һәм YouTube видеохостингында тура эфир ойоштороласаҡ. Диктант 3 вариантта биреләсәк: башланғыс кимәл, дауам итеүсе һәм башҡорт теленең төнъяҡ-көнбайыш диалектында. Эштәрҙе диктантың рәсми сайтында https://bashkdictant.ru/ шәхси кабинет аша ебәрергә була. Әгәр ҙә ундай мөмкинселегегеҙ булмаһа, эшегеҙҙең фотоһын, йә скан вариантын үҙегеҙгә түбәндәге уңайлы юлдар менән ебәрә алаһығыҙ: bashkdiktant2020@mail.ru адресына электрон почта аша,  онлайн режимында рәсми сайтта https://bashkdictant.ru/ махсус бирелгән юлға, йә Whatsapp  +7 (927) 950 – 02 – 66 номерына ебәрә алаһығыҙ.
Әгәр ҙә диктантты онлайн форматта яҙа алмайһығыҙ икән, тура эфирҙың видеояҙмаһы рәсми сайтта 2020 йылдың 26 апреле сәғәт 23.59 тиклем һаҡлансаҡ. Диктант яҙырға теләүселәр, видеояҙманы алып, диктантты яҙа алалар. Һөҙөмтәне 2020 йылдың 26 апреле сәғәт 23.59 тиклем ебәрер кәрәк. Эштәрҙе тикшереү өсөн Министырлыҡ тарафынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары тарафынан Эксперттар комиссияһы булдырыласаҡ. Эштәрҙең һөҙөмтәләрен рәсми сайтта https://bashkdictant.ru/, Акция үткәндән һуң 30 көн эсендә кереп ҡарарға була. 

Оставьте комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *