“Илһам” ҡанаттарҙы нығыта


Үткән аҙнала Башҡортостан Яҙыусылар союзында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойошторған #Илһам конкурсында ҡатнашыусыларҙы шөһрәтнамә менән тәбрикләү тантанаһы үтте. Шулай уҡ республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан йыйылған балалар үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашты, шулай уҡ тиҫтерҙәренә бик матур тамаша күрһәтте. Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев йәш быуынға был тормошта үҙ юлдарын табыуын һәм һәр башланғыста бар көстәрен һалып тырышыуын теләне. “Ниндәй генә өлкәлә эшләһәгеҙ ҙә, шул ваҡытта юғалып ҡалмаясаҡһығыҙ, милләтебеҙгә файҙалы шәхес булып өлгөрәсәкһегеҙ!” – тине ул.

Беҙҙең мәктәптән ошо сарала 10-сы класс уҡыусыһы Бәхтийәров Рөстәм ҡатнашты. Ул үҙенә киләсәккә ниндәйҙер һабаҡ алғандыр тип ышанабыҙ.

Оставьте комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *